ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 12:33

ҒИБРӘТ

Һүҙҙең көсө шул тиклем ҙур. Кеше күп осраҡта үҙенең әйткән һүҙе тураһында уйланмай. Белһә, һәр һүҙен үлсәп, уйлап һөйләр ине, тип уйлайым. Әйткән һүҙҙең нисек әйләнеп ҡайтыуы, ҡарғыш тураһында байтаҡ ваҡиға ишеткәнем бар. Шуның береһен һеҙгә лә һөйләйем әле.

ҒИБРӘТ
ҒИБРӘТ

Күрше ауылда йәшәгән класташым һалдаттан яңы ҡайтҡан улының йөрөгән ҡыҙын әллә ниңә оҡшатманы. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары үҙҙәренә тиң генә лә ине. Тиң булмаһа йыш ҡына йәш ғаиләлә һинең әсәйең, минең атайым тип, айырып ҡарау, кемдеке күберәк ярҙам итә, тип ярыш-уҙыш-көнәркәшлек китә бит.

Быларҙың икеһенең дә ата-әсәһе колхозсы, тормош кимәлдәре лә бер тигеҙ. Әммә егеттең әсәһе, төрлө сәбәп табып, ҡыҙҙы улына тиң күрмәне. Медицина училищеһында уҡып йөрөгән ҡыҙҙы ҡалаға атаһының машинаһында алып барып ҡуйҙы, барып алды.

Бөтә тәбиғәт шау сәскәлә булған май айының шәмбеһендә әхирәтемдең йортона ҡара ҡайғы килде. Һөйгәнен барып алырға машинаһын ҡыҙҙырған мәлдә әсәһе ҡаршы төшә. “Атайыңдың машинаһына башҡаса ултырмайһың!” – тип, ҡапҡаға арҡыры тора. Улы тәүҙә матурлап аңлатып ҡарай: “Вәғәҙә биргәс, бөгөн генә барып алам да башҡа йөрөмәҫмен. Ул бит мине көтә”. Әсәһе тыңларға ла теләмәй. Егет тә дыуамал инде, артҡы ҡапҡанан сығып китә.

Асыҡ тәҙрәнән әсәһенең аҙарынып: ”Үле кәүҙәң генә ҡайтһа ярар ине!”- тип ҡысҡырған тауышы ҡолағына салына. Ул ғына түгел, күрше-тирәләгеләр ҙә ишетә. Һөйгәнен оҙаҡ көттөрмәҫ өсөнмө, әллә әсәһенең һуңғы һүҙҙәре ярһыттымы икән егетте, 15-20 минутта үтмәне, уның ауылдан ете-һигеҙ саҡырым арауыҡта машинаһы түңкәрелеүен хәбәр иттеләр.

Ни тиклем үлем менән көрәшһә лә, йәш егетте врачтар ҡотҡара алманы. Вафаты тураһында ла хәбәр оҙаҡлатманы. Яратҡан ҡыҙының нисек илауын бөтә ауыл халҡы күрҙе.  Һигеҙ айҙан уның улы тыуҙы. Тик йәш әсә уны ҡәрсәһенә күрһәтмәне. Шулай, берҙән-бер улының дауамы булған ейәнен күреүгә зар-интизар булып, гүр эйәһе булды ул.

Асыуҙы ваҡытында еңергә кәрәк шул.

Рәмилә ӘФЛӘТУНОВА.

Фото Гигичат программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: