ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 08:30

Башҡортостанда ете йыл эсендә торлаҡ һатып алырлыҡ аҡса эшләп була тип яҙалар

Йорт алыр өсөн ете йыл эсендә аҡса туплай ала алаһығыҙмы?

Башҡортостанда ете йыл эсендә торлаҡ һатып алырлыҡ аҡса эшләп була тип яҙалар
Башҡортостанда ете йыл эсендә торлаҡ һатып алырлыҡ аҡса эшләп була тип яҙалар

Башҡортостанда 67,5 мең һумлыҡ эш хаҡы менән уртаса статистик кеше 7,6 йыл эсендә 6,15 миллион һумлыҡ үҙ йортона аҡса туплай ала, тип яҙа «Фатирҙар Донъяһы» порталы. Торлаҡтың арзанлығы буйынса республика ил төбәктәре араһында 51-се урында тора.

Иң тиҙе -  3,4 йыл эсендә Йәһүд автономиялы округында һәм Магадан өлкәһендә үҙ йортоңа аҡса тупларға мөмкин. Архангельск өлкәһендә бының өсөн 3,8 йыл, шулай уҡ Чукот автономиялы округында дүрт йыл кәрәк буласаҡ. Дағстан (26,3 йыл), Ингушетия (25,6 йыл) һәм Чечня (23,4 йыл) халҡына торлаҡ һатып алыу өсөн оҙаҡ көтөргә тура киләсәк. Уртаса рәсәйле 86,58 мең һум эш хаҡы менән 7,1 йыл дауамында 7,43 миллион һумлыҡ йортҡа аҡса йыя ала.

Башҡортостанда ете йыл эсендә торлаҡ һатып алырлыҡ аҡса эшләп була тип яҙалар
Башҡортостанда ете йыл эсендә торлаҡ һатып алырлыҡ аҡса эшләп була тип яҙалар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: