ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 08:20

Суд пенсионерҙы ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итә

Күмертауҙа хаҡлы ялдағы ҡатынды шартлы рәүештә ике йылға хөкөм итеп, 50 мең һум күләмендә штраф түләргә ҡушалар. Бынан тыш, уға бер йыллыҡ һынау срогы тәғәйенләнә.

Суд пенсионерҙы ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итә
Суд пенсионерҙы ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итә

Башҡортостан судтарының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың декабренән 2024 йылдың февраленә тиклем ҡатын законһыҙ рәүештә алкоголь һатыу менән шөғөлләнгән. Ул күп күләмдә маркаһыҙ алкоголь продукцияһы һатып ала, һуңынан уны һыу менән бутап, этикеткалы ярым литрлы быяла шешәләргә ҡойоп  һата. Дөйөм алғанда, ҡатын 2 765 564 һумлыҡ маркаһыҙ алкоголь продукцияһын һатып алған, етештергән, һаҡлаған һәм һатҡан.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Суд пенсионерҙы ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итә
Суд пенсионерҙы ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: