Йомшаҡ мамыҡ юрғанын .
Мин таң ҡалып ҡыҙырып барам
Күк Ирәндек урманын .
Үҙем өҙәм баландарҙың
Ҡуҙҙай янып торғанын .
Миләштәр миңә үрелеп
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар .
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар ҙа
Ниндәйҙер көй йырлайҙар .
Улар көйөнә ҡушыла
Урманда бар турғайҙар .
Эй , тәбиғәт ,бер ҡараһаң ,
Тылсымлы һинең эшең ,
Ҡыш та ҡоштар һайратаһың,
Балҡытаһың емешең .
Мәңге дәртле ,мәңге йәш бит
Һинең йөрәк тибешең .
Абдулхаҡ Игебаев.