Районда урындағы халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ эсенә алған «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Һәр тораҡ пунктты төҙөк юлдар биҙәүе бер кемгә лә сер түгел. Йорт, ихаталар ни тиклем генә күркәм күренмәһен, юлы насар урамдың йәме булмай.
Һәргәй ауылы халҡы ла, шундай берҙәм фекергә килеп, быйыл программала ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Уға ярашлы, Тыныслыҡ урамындағы юл япмаһын ремонтлау һәм тергеҙеү буйынса тәҡдим индерелгән.
«Һәргәйҙәр өсөн юлды төҙөкләндереү иң мөһим һәм иғтибар талап иткән мәсьәләләрҙең береһе. Йәйге осорҙа саң күтәрелеүе кешеләргә ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып ҡына ҡалмай, уларҙың һаулығына ла зыян килтермәй ҡалмай. Был бигерәк тә мәктәпкә һәм башҡа учреждениеларға барып етер өсөн автобус туҡталышына сыҡҡан балалар һәм өлкән йәштәгеләргә ҡағыла.
Һәргәйгә ингән ерҙән ауылдың башҡа урамдарына үтәа, шуға күрә уға асфальт ҡатламы һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Проект тормошҡа ашҡан осраҡта, юл ремонтлау буйынса башҡарылған саралр ауылдың тышҡы йөҙөн күркәмләндереүгә, йәшәү кимәлен күтәреүгә һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, урындағы юлдарҙың торошон үҙгәртеүгә, сифатһыҙ юлдар һанын кәметеүгә килтерәсәк», - ти Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы Салауат Ғимранов.
Йәшәгән ерҙе төҙөкләндереү, уны кешеләр өсөн уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге биргән программала ҡатнашыу тәжрибәһен ҡулланып, тыуған төбәгенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә ниәтләгән һәргәйҙәргә уңыштар теләйек.
Фото архивтан.