Бөгөн, 3 февралдә, райондаштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы гвардия рядовойы Радмир Табаев (17.06.1992 - 28.06.2024 й.й.) менән бәхилләште.
Радмир Роберт улы 1992 йылдың 17 июнендә Мәләүездә тыуған. 1-се гимназияның туғыҙ класын тамамлап, ҡаланың индустриаль колледжында уҡый. 2011 йылда электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала.
2011 йылдың 28 майынан 2012 йылдың 24 майына тиклем РФ Ҡораллы көстәре сафында хәрби хеҙмәт үтә. Армиянан һуң алыҫ төбәктәрҙә вахта ысулы менән төрлө ойошмаларҙа эшләй. Һуңғы эш урыны - «Стройтранснефтегаз» йәмғиәте.
2024 йылдың 1 февралендә РФ оборона Министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә.
Яҡташыбыҙ 28 июндә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Беҙ Ватанды һаҡсыһының яҡын кешеләренең, туғандарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Автор фотолары.