Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының «Йыл йәш ғалимы» премияһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге инновациялар һәм асыштар өсөн биреләсәк. Был хаҡта республика хөкүмәтенең төбәк менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.
«Беҙ йыл һайын һәр береһе 150-шәр мең һумлыҡ 7 премия булдырабыҙ. Был беҙҙең республикала фәнде үҫтереүгә сираттағы өлөшөбөҙ», - тине төбәк башлығы.