ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль , 09:16

Төбәктә -12 градусҡа тиклем һыуыта

   

Төбәктә -12 градусҡа тиклем һыуыта
Төбәктә -12 градусҡа тиклем һыуыта

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һыуытасаҡ. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 3 февралдә, урыны менән епшек ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1,-4 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе, 4 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 0,-5 градус.

Шаршамбы, 5 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7,-12, көндөҙ -2,-7 градус.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: