ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль , 08:50

Тағы килә икән...

Был хаҡта: 

Тағы килә икән...
Тағы килә икән...

Алдағы өс көндә республикала көндәрҙең һалҡынайыуы фаразлана.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 3 февралдә, урыны менән ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1,-4 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе, 4 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә -2,-7°, аяҙытҡанда -12°, көндөҙ 0,-5°күрһәтәсәк. Шаршамбы, 5 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12°, көндөҙ -2, -7°.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Венера менән Нептундың берләшеүен күрәсәге хаҡында хәбәр иткәйне.

Авторы: Дарья Субботина

Автор:
Читайте нас: