Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 4 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1,-4 градус тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 5 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -6,-11, урыны менән -16, көндөҙ -1,-6 градус.
Кесаҙна, 6 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -8,-13, урыны менән -18, көндөҙ -2,-7 градус.