ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль , 05:28

Дүрт бала шартлатҡан

Өфөнөң Кузнецов затоны районындағы көслө шартлау кешеләрҙең ҡотон осорған. Баҡтиһәң, унда балалар петарда шартлатҡан. 

Дүрт бала шартлатҡан
Дүрт бала шартлатҡан

Полиция ваҡиғаны интернет-мониторинг ваҡытында асыҡлай, урынға тиҙ арала тәфтиш-оператив төркөм килә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 3-сө полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре шартлатыусыларҙың кем икәнлеген асыҡлаған. Улар 7-13 йәшлек дүрт бала булып сыҡҡан.

Уҡыусылар законлы вәкилдәре менән бергә полиция бүлегенә аңлатма биреү өсөн саҡырылған. Улар әйтеүенсә, шартлатҡысты Амантай урамында табып, уны тикшереп ҡарарға булған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.

- Балаларға үҙ аллы пиротехника ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ. Ҡайҙалыр табылған пиротехникаға бөтөнләй яҡын да килмәһендәр, - тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡлау органдары.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: