Ә хәҙер ытырғанып, йәки ғәжәпләнеп ҡарау түгел, бөтөнләй иғтибар итмәйбеҙ ҙә шикелле, һәр хәлдә ҡулын һуҙып, хәйер һораған мәлдә күрмәмешкә һалышып үтеп китергә тырышабыҙ, сөнки был күренеш көндән-көн ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ҡайһы бер ҙә бер үк кешене йома булһа - мәсет, йәкшәмбелә сиркәү янында күрәбеҙ. Хәйер, түбәнлеккә төшкән кеше өсөн ниндәй дин кешеһе булыу мөһим дә түгелдер инде.
Шулай ҙа бер көн бер асарбаҡҡа иғтибар итмәй үтеп китә алманым. Ул тырышып-тырмашып сүп һауытын бутай ине. Контейнер тулы түгел, шуға күрә бер ҡулы менән тотонған да ярты кәүҙәһе менән сүп һауытына төшкән, ә аяҡтары ергә теймәй, аҫылынып тора. Мин башта был кеше берәй әйберен яңылыш ташлаған да, шуны эҙләйҙер тип уйлағайным, әммә сүп һауытынан полиэтилен тоҡсайҙа икмәк һәм кетчуп шешәһе алыуын күргәс, был уйымдан ҡайттым. Тоҡсайын пакетына һалды ла, бысраҡ ҡулдары менән шешәнең ауыҙын һөртөп, уның төбөндәге помидор соусын эсә башланы. Минең тексәйеп ҡарап торғанымды һиҙҙе, әлбиттә, ҡыҙыҡ күрепме, мыҫҡыл итеүе булдымы, шешәне миңә табан һуҙған кеүек булды.
Һөйләшеп киттек. Һөйләшеп тиһәм, бәлки, бик үк дөрөҫ тә түгелдер, сөнки мин уның нисек ошо көнгә төшөүе тураһында бер генә һорау бирҙем.
Александр, мин уйлағанса, бомж түгел, сөнки был аббревиатура “билдәле йәшәү урыны юҡ” тигән мәғәнәне аңлата, ә уның әле даими йәшәгән урыны, пропискаһы, үҙ ҡыйығы бар. Һигеҙ-туғыҙ йыл элек ҡатыны, ҡыҙы, ейәне менән өс бүлмәле иркен фатирҙа йәшәгән. Әле лә бар улар, тик уның бергә түгел. Хәҙер Александр яңғыҙы. Япа-яңғыҙ түгел, дүрт бесәйе бар. Ҡышын уларҙың һаны ике-өс тапҡырға арта. Урамда ҡайҙа барырға белмәй йөрөгән бесәйҙәрҙе бөтәһен дә үҙенә алып ҡайта.
Бәхетһеҙлек бер-бер артлы килә уға. Һәм ул быны бөтәһен дә ҡатынынан, ә дөрөҫөрәге уға булған мөхәббәтенән күрә.
- Көнө-төнө эшләп, көрәп аҡса алғанда ла ярай алманым уға. Бер ваҡытта ла ҡәнәғәт булманы, һәр ваҡыт нимәлер етмәй төҫлө ине, ти асарбаҡ.
Ҡатынының йәмерәйеп ултырғанын күрмәҫ өсөн эштән һуң да ҡалып эшләй, ял көндәрендә лә өҫтәмә эш таба. Өҙлөкһөҙ эштә булғас, берҙән-бер ҡыҙының да үҫкәнен һиҙмәй. Ҡыҙы иһә атаһын “аҡса табыусы” тип кенә ҡабул итә. Ғаиләлә бәхетһеҙ икәнлеген белһә лә, Александр айырылышыу тураһында уйлап та ҡарамай. Сираттағы ялланып эшләгәнендә һул ҡулының бармаҡтарын өҙҙөрә. Ҡулы ғәрипләнеп эшһеҙ ҡалғас, ҡатыны бөтөнләй дошман күрә уны, өйгә һыйҙырмай, яҡты йөҙ күрһәтмәй, хатта тик торғандан ҡул күтәрә, туҡмай. өйҙән ҡыуа башлай.
- Ҡатынымдың ҡатылығын үҙемдең йомшаҡлығымдан күрәм, ти ул йәшермәй. - Уны үтә ныҡ яраттым. Өрмәгән ергә ултыртманым. Бөтә хаталарын, яңылышыуҙарын ғәфү иттем. Йөҙөндә бер йылмайыу, ҡәнәғәтләнеү күреү өсөн әллә нәмәләр эшләргә әҙер инем. Ҡыҙым тыуған йылды күлдән томбойоҡ сәскәһе алып бирәм тип, саҡ һаҙлыҡ төбөнә китмәнем. Мөхәббәтем харап итте ине. Батырҙан бахыр яһаны...
Бынан һигеҙ йыл элек ҡаты ауырып дауаханала ятып сығыуына айырылышыу тураһында судҡа ғариза бирелгән, өс бүлмәле фатирҙы һатыу хәл ителгән була. Шулай итеп, ул иҫке йортта бер бүлмәле фатирға күсә.
Шунда ла ул ҡатынына ҡаршы ҡаршы килә алмай, ҡасан булһа ла яңылышҡанын аңлар, йәлләр, кире бергә йәшәргә саҡырыр тип йәшәй. Урам буйлап сүп-сар тирәһендә йөрөй башлауы ла үҙен ҡатынынан йәлләтеү маҡсатынан килеп сыға. Һуңынан инде был кәсепкә ныҡлап өйрәнеп китә: бесәйҙәре өсөн дә аҙыҡ-түлек күп була унда, үҙенә лә кәрәк-яраҡ табыла. Пенсия йәшенә етмәгән, ә инвалидлыҡ пенсияһы коммуналь хеҙмәткә, дарыуға саҡ-саҡ етеп ҡала. Шунлыҡтан туҡланыу, кейенеү мәсьәләһен ул бөтәһен дә ошо сүп һауыттары тирәһендә хәл итә.
- Кеше бөгөн насар йәшәмәй, тоҡлап аҙыҡ-түлеген ташлай, кисә алған икмәген бөгөн ашамай, шкафында урын булмағас, бына тигән кейем-һалымын сығарып ташлай, - ти Александр. - Минең хаҡта яҙһаң, шуны ла яҙып үтерһең әле, ир-егеттәргә генә әйтер һүҙем бар. Ҡатындарын яратҡанда үҙҙәрен дә онотмаһын ине. Юғиһә, минең кеүек тишек кәмәлә ҡалыуҙары ихтимал...
Һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә ул ҡулына пакетын алып китеп бара ине инде. Бәлки, ағырға торған күҙ йәштәрен күрһәтергә теләмәгәндер. Ә бәлки, был ҡылығы, һин дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит инде, тип үҙенсә протест, ҡаршылыҡ белдереүе булғандыр.
Лена Абдрахманова.