ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль , 07:26

Нахаҡмы, хаҡмы

Үткән көҙ бер танышым шылтыратып үҙенең ҡайғыһы менән уртаҡлашты. Илай-илай берҙән-бер улының ауыр хәлдә дауаханала ятыуын һөйләне. Өҙөк-һурыҡ һөйләүенән шуны аңланым: уҡыуҙан ҡайтып килгәндә уға хулигандар бәйләнгән, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, бер ниндәй ярҙамһыҙ урамда ҡалдырып киткән. Мейеһе һелкенгән, танауы һынған.

Нахаҡмы, хаҡмы
Нахаҡмы, хаҡмы

Был эш, билдәле инде, судҡа тиклем барып етте. Улын яңғыҙы тәрбиәләгән әсәй хулиганды ултыртыуҙарын, уның атай-әсәһенән мораль зыянды ҡаплатыуҙарын, дауаланыуға киткән сығымдарҙы түләтеүҙәрен, талап итте. Дауахана менән эше араһында бер үҙе йүгергән, һуңынан, бөтә статья буйынса ғәҙеллек даулап, суд тупһаһын байтаҡ тапаған яңғыҙ әсәй, әлбиттә, бик ҡыҙғаныс һәм йәл ине.

Кешелек ҡанундары буйынса уйлап ҡараһаң иһә был күңелһеҙ ваҡиғала уның улы үҙе ғәйепле ине, әммә күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән әсәй был хаҡта уйлап та ҡараманы. Уның өсөн улын бер ғәйепһеҙгә туҡмағандар, ғәйепле кеше тейешле язаһын алырға тейеш һәм вәссәләм.

Эштең асылы иһә шунда ине: ҡатындың улы курсташ егетенең яратҡан ҡыҙы тураһында хурлыҡлы һүҙҙәр таратҡан. Егет тәүҙә матурлап һөйләшеп, аңлатып ҡараған, ҡыҙға мөнәсәбәттәре ысын булыуын, тиҙҙән уға өйләнәсәге тураһында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, курсташын был да туҡтатмаған. Ҡыҙҙың фотоларын ҡуйып, уның тураһында мыҫҡыллы һүҙҙәр яҙып, социаль селтәргә һалғас инде, егеттең түҙемлеге һына: урамда осрағанында уға бер генә һуға.

Һөҙөмтәлә уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырланған студентҡа законға ярашлы тейешле яза билдәләнә. Ә ҡыҙҙың, егеттең саф мөнәсәбәттәрен бысратып, мыҫҡыллы һүҙҙәр таратҡан, уларҙың хистәренән көлгән кеше иһә, киреһенсә, язаһыҙ ҡалды.

Шулай йыш ҡына ошоға оҡшаш хәлдәрҙә үҙе бәхәс-низағтың ҡорбаны булған кешенең яза алыуы менән килешеп булмай. Эйе, бер кемдең дә һуғырға, ҡул күтәрергә, рәнйетергә хоҡуғы юҡ, әммә был осраҡта егеткә ни эшләргә ҡала ине һуң? Намыҫымды, кешелек дәрәжәмде кәмһетте тип судҡа бирергә була, әлбиттә. Әммә хоҡуҡи яҡтан белемһеҙлек бик көслө беҙҙең йәмғиәттә, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәйбеҙ. Нахаҡ һүҙ таратҡаны, яманатын таратҡаны, кешенең нымыҫын бысратҡаны, һүҙ менән йәберләгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡында ғариза яҙыу осраҡтарын ишетергә тура килгәне бар, әммә был бик оҙайлы процесс. Был осраҡта яза ла - тауыҡ көлкөһө генә: йә шелтә, йә бик аҙ күләмдә штраф.

Бер нисә йыл элек балиғ булмағандар комиссияһы ултырышында 3-сө класта уҡыған үҫмерҙең ҡылығы тикшерелде. Ҡылған сәсле, бөтә донъяға аптырап ҡараған асыҡ зәңгәр күҙле, һипкелле малай һаман күҙ алдында. Ул өләсәһенең ни өсөн һығылып илағанын да, өҫтәл артында ултырған таныш түгел апай-ағайҙарҙың нимә һөйләгәнен дә, үҙенең хәле ниндәй аяныслы хәлдә булыуын да аңламай ине. Шуны ғына белә: үҙенән бер йәшкә өлкән ҡыҙыҡайҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен күтәрә алмай, мәктәптән ҡайтҡанда уны этеп йыҡты ғына. Ҡыҙҙың тротуар ситенә башын бәреп, мейеһе һелкенгәненә лә, дауахала ятып сығыуына ла, уның атай-әсәһенең яза биреүен талап итеүенә лә етди әһәмиәт бирмәй, эштең ҡайҙа йүнәлеш алғанын аңламай. Тәрбиәгә ауыр бирелгән, күпләп дәрескә йөрөмәгән, хоҡуҡ боҙған, урлашҡан, һуғышҡан балаларҙы контролдә тотоу өсөн иҫәпкә ҡуйған органдың булыуын да белмәй ине ул.

Бына ошо йәһәттән тәрбиәүи эште ойоштороуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк беҙгә. Йәшерен-батырыны юҡ: йәмғиәтебеҙҙә уңышлыраҡ, талантлыраҡ, тырышыраҡ, бәхетлерәк күренгәндәрҙе әҙәпһеҙ, тәрбиәһеҙ, көнсөл кешеләрҙең ағыулы ауы һағалау күренеше бар. Үсекләү, ҡушамат тағыу, кешелек дәрәжәһен хурлау, мыҫҡыл итеү, кәмһетеү һәм һүҙ менән йәберләү ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен бала бәләкәй саҡтан белеп үҫергә тейеш, сөнки тормош юлында үрҙә атап кителгән кеүек хәлгә тарыуы бер ни тормай. Күреүегеҙсә, миҫалға килтерелгән ваҡиғаларҙың өсөһөндә лә  “теленә хужа булмағандар” үҙҙәре ғәйепле. Шуныһы ҡыҙғаныс - яза тик үҙен-үҙе яҡлағандарға бирелде. Тик шуны оноторға ярамай: кемгәлер һүҙ менәнме, ҡылыҡ йәки ҡул менәнме  эшләгән яуызлыҡ өсөн ҡаты язаға дусар ителәһең, уның ҡоһоро ҡасан да булһа барыбер төшә... 

Лена Абдрахманова.  

              

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: