Тантаналы саралар барлыҡ муниципалитеттарҙа ла үтергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәр ветерандарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотларға кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
«Уларҙа, һис шикһеҙ, ветерандарыбыҙҙы тәбрикләргә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бар. Әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға етди иғтибар талап ителә. Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары бар, шуға күрә уларға ла айырым иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым», — тип билдәләне Радий Хәбиров.