Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың 1 февраленән район коэффициенты менән бергә түләүҙәрҙең күләме 30 982,97 һум тәшкил итә. Инвалид баланы, 7 йәше тулған йәки бер туған ике йәки унан күберәк баланы тәрбиәгә алғандар өсөн пособие күләме һәр балаға 236 735,10 һум була.
Шул уҡ ваҡытта уллыҡҡа алыусылар һәм опекундар Рәсәй Федерацияһы граждандары булырға, Рәсәйҙә даими йәшәргә тейеш, тип хәбәр итә "Башинформ".
Бер тапҡыр бирелә торған пособиены алыу өсөн 6 ай эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең клиенттар хеҙмәтендә, Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.
«Башинформ» агентлығына Социаль фондтың төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда 780-дән ашыу ғаилә ошондай түләүҙәр алған.