Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16 градус.
Кесаҙна, 20 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -21, -26 градус, урыны менән -27, -32, көндөҙ -10, -15, Башҡортостандың таулы райондарында -5.
Йома, 21 февралдә, элеккесә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -21, -26 градус, урыны менән -27, -32, көндөҙ -10, -15, таулы райондарҙа -5.