ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль , 08:19

КӨЛӘМӘС. Ямғыр

   

КӨЛӘМӘС. Ямғыр
КӨЛӘМӘС. Ямғыр

Ҡаҙағстанда ҡоролоҡ, ямғыр яумай... Халыҡ йыйылып аҡһаҡалға килә:
- Ҡоролоҡ, ямғыр юҡ, ни эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ.
Ҡаҙаҡтар ҡайтып ҡорбан сала ла, ямғыр көтәләр. Башҡортостанда ямғыр ҡойоп үтә, быларҙа юҡ. Ҡаҙаҡтар аҡһаҡалға тағы килә:
- Ни эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ.
Тағы салалар. Көтәләр. Ямғыр Башҡортостанда яуа, быларҙа юҡ. Тағы аҡһаҡалға киләләр:
- Ни эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ.
- Ике тапҡыр салдыҡ бит инде, Башҡортостанда яуа, беҙҙә юҡ.
- Ә һеҙ башҡорттан урлағанды салмағыҙ, үҙегеҙҙекен салығыҙ.

ЙЫЛМАЙ

Автор:
Читайте нас: