ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль , 15:30

Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!

 Бөгөн ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ республиканың «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте.

Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Бөгөн ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ республиканың «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, ветерандар ойошмаһы рәйесе Виктор Дмитриев, кадеттарҙың ата-әсәләре, туғандары һәм башҡалар ҡатнашты.
Тантанала кадет класында белем алған һәр кем Рәсәй халҡына, кадет корпусы байрағына тоғролоҡ һаҡларға, үҙ бурысына етди һәм яуаплы ҡарарға, тырышып уҡырға, тәртипле булырға, үҙ мәктәбенең данын нығытырға, кадет исеменә тап төшөрмәҫкә һәм киләсәктә үҙ Ватанының ышаныслы һаҡсыһы булырға ант бирҙе.
Сарала улар күрһәтмә сығыш яһаны, ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡта иҫкә алынды. Балаларының һәм яҡындарының шатлыҡлы ваҡиғаһын уртаҡлашырға килгән һәр кем улар өсөн ғорурлыҡ кисерҙе.
Тантаналы сара һуңында унда ҡатнашҡандар иҫтәлеккә фотоға төштө.
 
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең киләһе һанында баҫыла.
Автор фотолары. 
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Ватандың тоғро һаҡсыһы булығыҙ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: