12 мартта районға эш сәфәре менән республика йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова килде. Ул район йәмәғәт палатаһы рәйесе Наталия Пильнова менән ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү һәм индустриаль колледждарында булды. Етәксе уҡыу йорттары ашханаларында туҡланыуҙы ойоштороу сифатын һәм ятаҡтарҙа йәшәү шарттарын ҡараны.
Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары студенттар һәм уҡыусылар менән аралашып, уҡыу һәм йәшәү шарттары, ашхана тәҡдим иткән ризыҡ хаҡы, туҡланыу сифаты хаҡында фекер алышты.
Лида Сәғит ҡыҙы шулай уҡ белем биреү учреждениеларының тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүлде. Ул колледждарҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Ватан һаҡсыһы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә башҡарыласаҡ эштәр, илһөйәрлек саралары программалары менән танышты, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең данын мәңгеләштереүгә ҡағылған мәсьәләләргә лә туҡталды.
Һәр колледжда йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эше юғары кимәлдә ойошторолған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан сығарылыш уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ярҙам күрһәтеү буйынса ирекмәнлек эшмәкәрлеге лә үҫешкән.
Автор фотолары.