Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус.
Йома, 14 мартта, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус, көндөҙ +2, +7.
Шәмбе, 15 мартта, төндә республикала, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +4, +9.