Әтәс тауыштары менән
Бергә торған самауыр.
Мең шифалы уның сәйе,
Сәй түгел бит, тама йыр.
Ашъяулыҡты түңәрәкләп,
Ултырғанда күмәкләп,
Хәл ителә бар мәшәҡәт,
Һөтлө сәйләп, икмәкләп.
Табында берәү етмәһә,
Самауыр шымған кеүек.
Донъя түңәрәк булғанда,
Ултыра балҡып, көлөп.
Барын да күргән самауыр,
Юғын да күргән шаһит.
Сирләгәндә, мәтрүшкәләп
Дауалаусы бер табип.
Һағыштарҙы, хәсрәттәрҙе
Өнһөҙ генә тыңлаусы.
Ҡайнар хистәрҙе ҡайнатып,
Күҙ-йәш түгеп сеңләүсе.
Шатлыҡ килһә, сәсәй-сәсәй,
Сәпәкләп ҡул сабыусы.
Бәхеттән бейеп китерҙәй
Булып гел ҡыуаныусы.
…Еҙ самауыр көҙгөһөндә
Уйылған ғәзиз йөҙҙәр.
Һыйынған күңелдәремә
Миңә ҡәҙерле йәндәр.
Инде хәҙер самауырға
Күмер һалған кешем юҡ.
Ҡатлы-ҡатлы таш йорттарҙа
Сәй ҡайната газ да ток.
Самауырҙың шаулауҙары
Хәтеремде сыңлата.
Бала саҡтан килгән тауыш
Уйлата ла илата.
Өҫтәлемдә сәйгүндәрем,
Кемгә сәйҙәр яһайым?
Янып барған йөрәгемде
Фенол менән баҫайым.
Тирмән шишмәһенән эскән
Сәйҙәр тәме телемдә.
Өләсәм, әсәм шыжлатҡан
Самауыр күңелемдә.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
https://vk.com/yeshlek_gazite
Автор фотоһы.