Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Февраля , 14:00

Башҡортостандан Зарина Исламова – муайтай буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы

Ноябрьскиҙа муайтай (тай боксы) буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.

Зарина Исламова
 
Фото: Зарина Исламова

Башҡортостандан 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында Сибай ҡыҙы Зарина Исламова сығыш яһаны. Ул алтын миҙалы яуланы һәм ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Алда спортсыны Малайзияла донъя чемпионаты көтә.

Башҡортостан боксерының Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүгә өлгәшеүе хаҡында ла хәбәр иткәйнек

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-02-19/zarina-islamova-iz-bashkirii-stala-dvukratnoy-chempionkoy-rf-po-muaytay-4585481

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас