Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
9 Апреля , 13:00

Республикала көслө ямғыр яуыуы көтөлә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртте.

Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото:Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 10 апрелдә, республикала ямғыр, көндөҙ урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ +5, +10° тиклем түбәнәйә.

Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле мөмкинлек булғанда өйҙә ҡалырға, ә урамда һаҡ булырға кәрәк. Ағастар, реклама таҡталары  һәм электр тапшырыу линиялары янында тормаҫҡа кәңәш ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-08/na-bashkiriyu-obrushatsya-silnye-dozhdi-4644474

Автор:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас