Көнгәк
+24 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Мая , 10:02

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы

7 майҙа, Еңеү көнө алдынан, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы. Яңы дәүләт наградаһы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекле, хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа төр ярҙам, гуманитар ылау туплауға һәм ташыуға булышлыҡ күрһәтеү, шулай уҡ МХО биләмәһендә бурыстарҙы уңышлы үтәү өсөн тапшырыла.

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙыРадий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы

Миҙал 2026 йылдың 6 апрелендә республика етәксеһе указы менән булдырылды.

Наградаға тәүгеләрҙән булып дәүләт власы органдары, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь өлкәһе вәкилдәре, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән предприятие һәм ойошма етәкселәре лайыҡ булды.

Улар араһында беҙҙең Мәләүездән "Һөт-консерва комбинаты" йәмғиәте генераль директоры Лариса Малахова һәм Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Рәмис Иманғолов та бар.
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас