Көнгәк
+9 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Июля , 07:11

«Һаулыҡ поезы» Мәләүез районында: ауыл халҡына мөһим ярҙам

Бөгөн Ҡаран ауылында «Һаулыҡ поезы» эшләй. Был республиканың «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә үтә. Тамъян ФАП-ы фельдшеры Венера Ҡорманова билдәләүенсә, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе ваҡытында тикшереү, гипертония, диабет, онкология кеүек сирҙәрҙе иҫкәртеү, тар белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеген биргән сара ике көн үтә. Унда Тамъян, Ташлыкүл, Ҡаран, Кузьминовка ауылдары халҡы һаулығын тикшертә. Иртәгә педиатр ҙа киләсәк.

«Һаулыҡ поезы» Мәләүез районында: ауыл халҡына мөһим ярҙам«Һаулыҡ поезы» Мәләүез районында: ауыл халҡына мөһим ярҙам
«Һаулыҡ поезы» Мәләүез районында: ауыл халҡына мөһим ярҙам

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һаулыҡ поезы» - күсмә медицина комплексы. Унда терапевт, хирург, невролог, эндокринолог, педиатр, офтальмолог, хирург, уролог, кардиолог, стоматолог, гинеколог  кеүек һәм башҡа белгестәр эшләй, УЗИ, флюорография, маммография кеүек диагностик процедуралар үтергә мөмкин. Ауыл халҡы өсөн был бик мөһим: ҡалаға барыу ваҡыт, аҡса һәм көс талап итә, ә бында барлығы бер урында, тиҙерәк һәм бушлай.

Миләүшә Ишбулатова: «Мин үҙеңдең һаулығыма яуаплы ҡарайым. Шуға күрә, сәләмәтлекте тикшереү сараларына йөрөйөм. Һаулыҡ йылдар үтеү менән көсһөҙләнә, шуға күрә үҙеңде һаҡларға һәм мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Ауылға врачтар килгәнен ишеткәс, бөтә мәшәҡәтте ҡалдырып, сәләмәтлегемде тикшертеү өсөн улар янына ашыҡтым». 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас