

Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусыға 15 минутлыҡ программа тәҡдим итергә кәрәк ине. Коллектив етәксеһе Әлфиә Сәйфуллина әйтеүенсә, башҡорт бейеүҙәренең тиҙ темпы, бейек һикереүҙәрҙең күплеге һәм һүрәттәрҙең динамик алмашыныуы артистарҙан айырыуса сыҙамлыҡ талап итә. «Айтуған» дүрт постановканы берҙәм композицияға берләштерә, был коллективҡа тамашасыларҙың һөйөүен яуларға һәм профессиональ берләшмәнең юғары баһаһына лайыҡ булырға мөмкинлек бирҙе. Еңеүсе Кубогы менән бергә бейеүселәр 5 000 доллар күләмендә аҡсалата бүләк алды.
Фото һәм материал: Башинформ.