Оҙон ғүмерле инәй быйыл йыл башында 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Анна Васильевнаның зиһене асыҡ, хәтере яҡшы, күршеләрен һәм магазиндағы һатыусыларҙы исемдәре менән белә, әле лә бәләкәй генә хужалығы бар – тауыҡтар, бесәйҙәр һәм баҡса тота.
Анна Васильевна Воскресенский ауылынан, Мәләүездә йәшәгән һәм эшләгән, ире Сергей менән өс бала тәрбиәләгән. Төрлө йылдарҙа элеваторҙа, мәктәптә эшләй.
Анна Васильевнаға ил киләсәгенең нисек буласағы мөһим. Шуға күрә ул алдан хәстәрлек күрә һәм өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза бирә. Рәхмәт һеҙгә, беҙҙең аҡыллы һәм битараф булмаған ветерандарыбыҙ! Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!