Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан спорт һарайында гүзәл заттарҙың спорт фестивале үтте. Ул быйыл унынсы тапҡыр ойошторола.
Юбилей сараһында һәр команда үҙенең иң яҡшы икәнлеген күрһәтте. Ҡаланың эшкәртеүсе һәм етештереүсе предприятиелары, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт, матурлыҡ йүнәлешендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар командалары гүзәллек, тиҙлек, команда составында эшләү һәләтен күрһәтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәғариф идаралығының профсоюз комитеты, физкультура һәм спорт секторы байрамды ойоштороуға күп көс һалған. Һәр ҡатнашыусыға Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
8-се мәктәп командаһы - беренсе, Ергән ауылының “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы - икенсе һәм 21-се “Золушка” балалар баҡсаһы өсөнсө урын яуланы. Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Александар Попов, Роман Костин ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап йыр бүләк итте.
Сара аҙағында бейеү флешмобы ойошторолдо.