Тикшереү һәм суд билдәләүенсә, 2024 йылдың октябрендә эшҡыуар мәктәп ашханаһына 36 килограмм һыйыр ите һата. Лаборатория тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре продукцияның сифатһыҙ булыуын раҫлай. Эшҡыуарҙың гаражында тентеү барышында тағы ла 189 килограмм һатыу өсөн әҙерләнгән ит табыла һәм тартып алына. Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный.