

Ошо көндәрҙә Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында ойошторолған «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының төбәк этабында урта категорияла ҡаланың В.И. Синицын исемендәге 1-се гимназияһы уҡыусылары еңеү яулағайны.
Унда тренер Наталья Насонова, педагог Юрий Елистратов һәм гимназияның тәрбиә эше буйынса советнигы Әлмира Вәлидова етәкселегендәге «Мәләүез патриоттары» отряды иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Бөгөн гимназияла район һәм республика ғорурлығы булған уҡыусыларҙы һәм остаздарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Уларҙы район хакимиәте башлығы Зәбир Ғәбдуллин ҡотланы.
Зәбир Таһирйән улы Мәләүез данын яҡлаған һәм еңеү алып ҡайтҡан командаға изге теләктәрен еткереп, уға киләсәктә лә уңыштар теләне.
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 22-се һанында донъя күрәсәк.
Автор фотолары.