+29 °С
Болотло
Балаларҙың йәйге каникулы файҙалы һәм күңелле үтеүенә район-ҡала китапханасылары ла ҙур иғтибар бүлә. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында төрлө саралар, осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрәләр. Күптән түгел 4-се китапхана хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға китаптың төҙөлөшө, уның нисек эшләнеүе хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Унда балалар йомаҡ систе, мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Китапҡа ҡарата һаҡсыл булырға һәм уларҙы нисек ремонтларға өйрәнде.