Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Июнь 2022, 12:45

Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын!

Ҡәҙерле  атайыбыҙ, еҙнәбеҙ Хәмиҙулла Сөнәғәт улы Сәфиуллинды 65 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе һиңә еткерәбеҙ. Тормош иптәшең Миләүшә Сәлмән ҡыҙы менән дүрт тиҫтәнән ашыу татыу ғүмер итәһегеҙ, киләсәктә лә именлектә, шатлыҡ-ҡыуанысҡа тулы, бәхетле, бәрәкәтле оҙон тормош юлын дауам итергә яҙһын! Киләсәктә тормошобоҙҙоң ҡото, таянысы булып, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелеген,  ҡәҙер хөрмәтен күреп, уларҙың күңел йылыһын тойоп, һау-сәләмәт,  мул тормошта бергә-бергә йәшәргә насип итһен!

Иштуған ауылы

Яҡты көндөң һәр бер иртәләре

Килһен һәр саҡ көләс нур булып.

Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын,

Ҡыуаныстар торһон урғылып!

Изге теләктәр менән ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Хәйрутдин һәм барлыҡ туғандары.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: