Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
15 Сентябрь 2022, 13:00

Илһам шишмәләре ҡоромаһын

1 сентябрҙә яҙыусы Зөфәр Ғәли улы Толомғужинға 80 йәш тулды

Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала күренекле яҡташыбыҙ юбилейына арналған тантаналы сара уҙҙы. Был көндө уҡыу залы ижад һөйөүселәр, прозаиктың ҡәләмдәштәре һәм яҙыусыны хөрмәт иткән кешеләр менән тулды.

Зөфәр Ғәли улы публицист әҫәрҙәре менән дә билдәле. Шәжәрә ептәрен өйрәнеп, халҡына тамыр юллаусы ла ул. Күптәр уны республика матбуғатында баҫылған мәҡәләләре, «Йәнем рәхәте»,  «Олатайҙар эҙенән» тип аталған китаптары аша белә. Ул хеҙмәт юлын урмансы булып башлаған, бәлки шуға ла уның әҫәрҙәрендә серле һәм тылсымлы тәбиғәт, төрлө йәнлектәр ҙур урынды биләйҙер. Мәҫәлән, уның “Айыу – урман батшаһы” тигән китабын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡый.

Илһөйәр әҙипте Торатау яҙмышы ла борсоған. Шуға ваҡытында уны яҡлау өсөн ҡултамғалар йыйыуҙа ҡатнашҡан. Зөфәр Толомғужиндың “Торатау - тәбиғәт ҡомартҡыһы” тигән китабы менән күптәр таныш. “Был әҙиптең фиҙаҡәрлеге һоҡланыу уята. Ил һәм тәбиғәттең яҙмышын ҡурсалай бит ул. Оҙаҡ йылдар буйы бергә аралашып йәшәнек. Илебеҙ, телебеҙ һәм тәбиғәтебеҙ тип әлеге көндә лә янып тора,”- тине үҙенең сығышында “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов.

Яҙыусы, прозаик, Салауат Юлаев премияһы лаураты Ринат Камал тарафынан да күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. “Зөфәр Ғәли улы менән танышлыҡ күптән килә. “Китап” нәшриәтендә ул - көтөп алынған ҡунаҡтарҙың береһе. Роман йә хикәйә яҙыр өсөн ҙур тәжрибәле, белемле булыу кәрәк. Мин 2015 йылда баҫтырып сығарырға әҙерләнгән уның “Йәшәлмәгән ғүмер” китабының мөхәррире булдым. Әҫәрҙәренә үҙгәрештәр индермәҫкә тырыштым, яҙыусының “телен” уҡыусыға еткерергә кәрәк тигән фекер йөрөттөм,” – ти Ринат Әлтәф улы.

Ижади уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова сығыш яһаны. “Зөфәр ағайҙың эше, емештәре күптәрҙең китапханаһында бар. “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” тигән өс томдан торған ғилми хеҙмәте – ҙур эштәрҙең береһе. Шәжәрә тергәҙәм тип әйтеүе генә еңел. Был рухи мираҫты яҙыр өсөн, күп йылдар дауамында райондан-районға, ауылдан-ауылға йөрөп ырыу шәжәрәләрен тергеҙеүе ни тора!” – ти Ләлә Хәниф ҡыҙы.

Ҙур юбилейы айҡанлы Зөфәр Толомғужин «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды. Был миҙал 2010 йылдан алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Сараны китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина бик матур итеп алып барҙы. Килгән ҡунаҡтар кисәне башҡорт йырҙары һәм бейеүҙәре менән биҙәне, күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Зөфәр Толомғужинға йыш яңғыраған теләктәрҙең береһе - илһам шишмәләре ҡоромаһын. Бөгөнгө көндә лә ҡулынан ҡәләм төшөрмәгән яҙыусы, оҙаҡламай сираттағы ижад емешен тәкдим итер, тип ышанабыҙ.

Зөфәр Ғәли улы, һеҙҙе  тормош байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға оҙон ғүмер, ижадығыҙға яңы офоҡтар, уҡыусыларығыҙ ихтирамы һәм яратыуы һүнмәүен теләйбеҙ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотоһы.

Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Илһам шишмәләре ҡоромаһын
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: