Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
18 Сентябрь 2022, 10:00

18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө

Урмансылар - тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары

18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө

Уңайҙан файҙаланып, «Башҡортостан» милли паркы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы урман бүлеге етәксеһе Муллағолов Рәғиз Йомагилде улы менән таныштырып үтәбеҙ.

Өҫтәмә мәғлүмәт (белешмә өсөн мәғлүмәт): Башҡортостан милли паркы 1986 йылда ойошторолған. Дөйөм майҙаны – 82300 га. Мәләүез, Күгәрсен һәм Бөрйән райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Майҙандың күпселеген (72%) урмандар тәшкил итә. Бынан тыш йылға, күлдәр, шул иҫәптән Нөгөш һыуһаҡлағысы, ҡая-тауҙар, аҡлан-болондар инә. Парк биләмәһендә урынлашҡан 200-ҙән ашыу төрлө мәмерйәләр билдәле Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәләр системаһын барлыҡҡа килтергән. Айырыуса ҡурсау аҫтында булған биләмәлә һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр һаҡлана.

Районыбыҙҙың Эткөсөк ауылында Йомагилде һәм Миңлехаят Муллағоловтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып тыуып үҫкән Рәғиз Салауат педагогия училищеһы уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына көндөҙгө булеккә уҡырға инеүе осраҡлы булмағандыр. Бәләкәй саҡтан Фатима һәм Миңлекамал өләсәләре менән ҡырҙа емеш-еләк йыйыу булһынмы, ҡул араһына инә башлағас ата-әсәһенә бесән, утын әҙерләүҙә ярҙам итеү булһынмы, баҡса үҫтереү, ҡош-ҡорт ҡарау, мал көтөү кеүек эштәр булһынмы – барыһында ла сынығып үҫкән ауыл егете тәбиғәтте өйрәнеү фәнен үҙ итә. Заманында терегөмөштәй сылтырап аҡҡан Нөгөш йылғаһының онотолмаҫ тәбиғәте, һәр миҙгелдә үҙенсә һәм ҡабатланмаған  матурлығы, көндө-төндө белмәй сер йомғағын берсә һүтә, берсә урай барған үҫемлектәр донъяһы, ҡаршыла ғына үҫкән тирәк-өйәнкеләрҙә ҡара ҡарғаларҙың йылда ҡара яу булып балаларын осорға өйрәтеүе һәм дә әллә күпме сихри күренештәр сәбәпсе булғандыр инде был һайлауға...

Абруйлы һөнәргә лайыҡ булырға ынтылыу иң тәүҙә тыуған тәбиғәтте өйрәнеү менән бер рәттә уны һаҡлауҙан, ҡурсалауҙан торғанын аныҡ аңлаған студент Рәғиз Муллағолов һәр йыл йәйге каникул көндәрендә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында БДУ-ның Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы ойошторған «Ҡурсаулыҡ» студент отрядтары составында ҡурсаулыҡ режимын һаҡлауҙа ҡатнаша, йыл әйләнәһен үткәрелгән «Умырзая», «Яңы йыл шыршыһы», «Ыуылдырыҡ сәсеү осоро» һәм башҡа акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Сығарылыш диплом эше лә кеше эшмәкәрлеген урман экосистемаһына яһаған  йоғонтоһон тикшереүгә арнала. Диплом эшенең етәксеһе – бар донъяға билдәле эколог, профессор Борис Михайлович Миркин.  Университетты тамамлағас, йәш белгес Өфө фән үҙәгенә ҡараған Ботаника баҡса-институтында эшләгән дәүерҙә фән юлына ныҡлап баҫа, ситтән тороп аспирантураны ваҡытынан алда Ирәмәл тау массивы үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү һәм һаҡлауға арналған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлау менән тамалай.

Рәғиз ағай оҙаҡ йылдар юғары белем биреү системаһында эшләй, ябай ассистенттан алып профессор вазифаһына барып етеп, факультет деканы, институт директорының фән буйынса, университет филиалы директорының уҡытыу-тәрбиә биреү эше буйынса урынбаҫары вазифаһында атҡарған ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм  фән министрлығының Маҡтау  грамотаһына лайыҡ була. Биология, экология, ғәмәли математика һәм информатика, физик культура һәм спорт, технология һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 3 меңдән ашыу белгес әҙерләүгә тос өлөш индергән өсөн «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исем менән билдәләнә.

Тиҫтәнән ашыу фәнни эштәр һәм 4 монография авторы Рәғиз Йомагилде улы 2016 йылдан Башҡортостан милли паркында уңышлы ғына хеҙмәт итә. Ул етәкселек иткән урман бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәре оҫталары, иҫ киткес матур тәбиғәтле тыуған төйәгебеҙҙе киләсәк быуындарға ла етерлек итеп ҡалдырырға бар көстәрен һалып, тырышып эшләп йөрөгән милли парк коллективында абруйлы урын алып тора. Ағиҙел һәм Ырғыҙлы участка урман хужалыҡтарынан торған булеккә  урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙан һаҡлау кеүек мөһим бурыстар йөкмәтелгән. Урман ситенән минераллаштырған һыҙат һалыу һәм уларҙы яңыртып тороу, урман юлдарын тәртиптә тотоу, биотехник саралар үткәреү кеүек мөһим эштәр йыл әйләнәһенә башҡарылып тора. Бынан тыш, бүлек хеҙмәткәрҙәре ял итергә килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү, ял урындарын тейешле кимәлдә таҙа һәм йәмле тотоуҙа әүҙем ҡатнашалар.

Бүлек эшмәкәрлеген өҫтөнлөклө йүнәлешен урындағы халыҡ менән эш тәшкил итә – сезонлы умарталыҡтар урынлаштырырға, урмандағы ерҙә ятҡан һәм ҡолаған ағасты утынға йыйырға, бесәнлектәр менән файҙаланырға рәсми рөхсәт юллау башҡарыла. Бынан тыш, бүлек хеҙмәткәрҙәре урман ағас төрҙәре үҫентеләрен үҫтерә, халыҡҡа һатыуға ла сығара.

Рәғиз Йомагилде улы фән эшен әле лә дауам итә. Милли парк биләмәһендә һирәк осраған һәм юғалып барған, Башҡортостандың «Ҡызыл китабы»на индерелгән үҫемлектәрҙе орлоҡтан үрсетеү методикаһын камиллаштырып, йыл һайын тиҫтәләгән йәш үҫентеләрҙе тәбиғәткә күсереп ултырта. Улар араһында – Завадский хризантемаһы, оҫҡон йыуаһы, бейек турҡа сәскә, ҡатран һәм башҡа төрҙәр. Тәжрибәле белгес фәнни һәм ғәмәли ҡаҙаныштары менән район мәктәптәренең биология һәм география уҡытыусылары менән әүҙем уртаҡлаша.

Форсаттан файҙаланып «Башҡортостан» милли паркы урман булеге эшсәндәрен, районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың бар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән тәбрик итеп, гүзәл тәбиғәтле киләсәкте һаҡлап алып ҡалыуҙа башҡарған эштәрендә яңы ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, донъялар именлеге теләйбеҙ.

 

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото Рәғиз Муллағолов архивынан.

18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
18 сентябрь - урман хужалығы эшсәндәре көнө
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: