ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда оҙайлы ял көндәрендә эҫе һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа торошо йәнә эҫе көндәр менән ҡыуандыра. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, кесаҙна, 15 июлдә, көн аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ 23-28 градус.

Йома, 16 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы 10-15, урыны менән +5-кә тиклем. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Температура 24-29 градус була.

Шәмбе, 17 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 12-17, көндөҙ 25-30 градус.

Йәкшәмбе, 18 июлдә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Һауа температураһы 25-16 градус.

Дүшәмбе, 19 июлдә, көн аяҙлы-болотло, урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Төндә һауа 17, көндөҙ иһә 27 градусҡаса йылына.

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы,шишәмбе, 20 июлдә, бер аҙ ямғыр, йәшен фаразлана. Көндөҙ 28 градус, төндә 19 градус йылы.

https://www.bashinform.ru/news/1619338-v-bashkirii-v-blizhayshie-dlinnye-vykhodnye-prognoziruetsya-zharkaya-pogoda/

  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: