Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йылы күлдә тапҡандар

Йәйге ял дауам итә. Эҫе көндәрҙә ял күберәк һыу буйында үтә. Йәштәр тынысыраҡ, таныш булмаған урынды һайларға тырыша. Һыу ингәндә спиртлы эсемлектәр тыйылһа ла, күңел асҡанда уныһын да ситкә ҡуймайҙар. Бындай ял фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Айырыуса йәш ҡыҙҙарға сит-ят, аҙ таныш булғандар менән тәбиғәткә ялға юлланыу - ике осло. Ҡайҙа, кем менән барыуығыҙ тураһында яҡындарығыҙ белеп торһон, улар менән бәйләнеште өҙмәгеҙ, әлбиттә, эргәлә берәй ышаныслы кеше булыуы хәйерле. «Башинформ» хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек ҡатын юғалған, уны Йылы күлендә тапҡандар. Фото: irkutskmedia.ru

Йылы күлдә тапҡандар
Йылы күлдә тапҡандар

 

Өфө ҡалаһы Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәтенән Йылы күленән 1990 йылғы ҡатындың кәүҙәһен водолаздар сығарған. Ул алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан егерме метр алыҫлыҡта яртылаш кейенгән килеш булған. Һәләк булған ҡатын Эльвира Рәхимова (Быстрова) булып сыҡҡан. 23 июлдән алып уны полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр эҙләгән. Ведомствола белдереүҙәренсә, һуңғы тапҡыр Эльвираны һыу буйында 23 июль кисендә күргәндәр, 24-нән ул юғалған тип иҫәпләнгән.

Тәфтиш органдары ошо хәл буйынса тикшереү эшен башлаған.

Фото: irkutskmedia.ru

 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: