Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
23 Август 2021, 15:57

Иң хәүефле төбәктәр

Республика биләмәһендә юғары янғын хәүефенә бәйле янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Бынан тыш, 40 муниципаль районда һәм бер ҡала округында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә. Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров ошо турала белдерҙе.

Иң хәүефле төбәктәр
Иң хәүефле төбәктәр

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбиғәт янғындарын һүндереү менән шөғөлләнгән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һәм ирекмәндәргә рәхмәт әйтте.

Республика Башлығы район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, уттың тораҡ пунктҡа инеүенә юл ҡуйған етәксе ҡуйылған бурысты башҡарып сыға алмағандар исемлегенә индереләсәге тураһында иҫкәртте. «Һәр төрлө мәсьәлә буйынса беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Техника кәрәк икән, техника ебәрербеҙ. Тағы ла нимәлер кәрәк булһа, алданыраҡ әйтегеҙ. Уттың тораҡ пунктҡа ингәнен көтмәгеҙ, быға юл ҡуйырға ярамай!» — тип ҡаты киҫәтте республика етәксеһе.

Бер аҙнала республика биләмәһендә 50 урман янғыны теркәлгән, 46 сығанаҡ һүндерелгән. Уттың тораҡ пункттарға таралыуына юл ҡуйылмаған. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 21-27 августа республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.

 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: