+19 °С
Болотло
Мәғлүм булыуынса, Өфө-Ырымбур трассаһының 163-сө километрында (беҙҙең район биләмәһе) йыл башынан 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 9 кеше зыян күрһә, 3 кеше һәләк булған. Яңыраҡ таксист булып эшләгән ир-егет юлдан осоп, автомобилдә түңкәрелгән. Сәбәбе - руль артында йоҡлап киткән. Ял итмәйенсә юлға сығыу - үҙеңдең һәм башҡаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу.