Конгэк
-6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар

Хызыр Ильяс юлдаш булһын!

Шулай ҙа адекват булмаған әҙәмгә  генә түгел, ғөмүмән, насар кәйефтә руль менән идара итергә ярамағанлығын күҙ уңында тотоп (ни тиһәң дә төп маҡсат -  иҫән-имен ҡайтып етеү), был ваҡытта өндәшмәй ҡалыу - алтын, тип уйлайым.

Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
Хызыр Ильяс юлдаш булһын!

 

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында йыш мәҡәләләр яҙып торабыҙ, әммә юлда фажиғәләр һаны кәмемәй. Яңыраҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы йүнәлешендә сәғәтенә 110-120 километр тиҙлек менән елгәне ҡаршыға сыҡҡан икенсе машина менән бәрелешеүҙән саҡ-саҡ ҡалғас, кисергән хис-тойғолары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты. Хоҙай аралаған уларҙы ваҡытһыҙ үлемдән, Аллаға шөкөр, тибеҙ. Күп осраҡта  ғүмерҙе такси водителдәре ҡулына тапшырабыҙ. Был ваҡыта бараһы ергә имен-аман алып барып еткерһен өсөн, ысынлап та Аллаһы Тәғәләнән генә ялбарып һорарға ҡала.

Яңыраҡ әхирәтем сит илгә барып ҡайтты. Ыңғай ғына ҡайтып етергә тип бер алдан Өфө аэропортына такси саҡырған: сөнки өйгә ҡайтып етер өсөн тағы 5 сәғәттәй юл көтә.  7-8 сәғәт самолеттан осҡан ханым, бер сәғәткә яҡын машинаның килеүен көткән. Был төнгө кисерештәрҙең башы ғына була. Салон тултырып пассажирҙар туплағас, ҡайтыр юлға сығалар, кемдер серем итә. Төнөн трассала хәрәкәт кәмей, шуға ла машина ла фар менән ҡараңғылыҡты ярып, уҡтай оса. Ярты юлды үтәме, таксист туҡталышта ҡәһүә эсеп, ял итә. Аяҡ-ҡул яҙырға теләгән пассажирҙарға өндәшеп тә тормай, улары водителдең ни өсөн туҡтағанын аңламай ҙа ҡала.  Юл ситендә ҡул күтәреп, попутка тотоп, кеше көнлө булып ҡайтып барған кеүек тоя юлсылар, ғәрләнә. Бер ҡатын түҙмәй, водителгә юғары тауыш менән, тағы күпме көтөргә кәрәклеген һорай. Эре, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйған шофер тупһыҙ яуап ҡайтара, туҡталыштағы башҡа водителгә бәләһен һала. Бөтөнләй сит-ят ир машинаға килеп, тәҙрәне шаҡып, ҡатынға юлда кем “хужа” икәнлеген аңлатырға теләй. Ҡатын-ҡыҙға ҡул да күтәрмәҫ тимә бәндә. Ярар бәхәс туҡталып ҡала. Бәхеткә, барыһы ла имен-аман өйҙәренә ҡайтып етә.

Был осраҡта ниндәй һығымта эшләргә була? Ҡасандыр себер тарафтарында мул аҡса эшләп, башҡаларға өҫтән аҫҡа ҡарап йөрөгән бәндә такси хеҙмәтендә эшләгәнен, пассажирҙар менән иғтибарлы мөғәләмә итергә кәрәклеген белмәйме? Ситуацияға төрлө юҫыҡтан ҡарарға була. Таксисты ваҡытында урынына ултыртырға кәрәк, әлбиттә. Шулай ҙа адекват булмаған әҙәмгә  генә түгел, ғөмүмән, насар кәйефтә руль менән идара итергә ярамағанлығын күҙ уңында тотоп (ни тиһәң дә төп маҡсат -  иҫән-имен ҡайтып етеү), был ваҡытта өндәшмәй ҡалыу - алтын, тип уйлайым. Шулай ҙа, такси хеҙмәте менән файҙаланаһығыҙ икән, диспетчерҙан өҫтәмә рәүештә адекват водитель һорау кәрәк.

Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас в