ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2021, 10:56

Иртәгәге көнгә ышаныс бағлап

Кисә Һарыш ауылы биләмәһе халҡының 23 проценты тауыш биргән дә.

Иртәгәге көнгә ышаныс бағлап
Иртәгәге көнгә ышаныс бағлап

2594-се Һарыш һайлау участкаһында эштәр көйлө бара. Кисә унда 135 кеше һайлауға килгән. Шуларҙың 18-ҙе Мотай ауылында өйҙә тауыш биргән. Күсмә бригада бөгөн Аҡназарҙа, иртәгә Һарышта эшләйәсәк. - Иң беренсе булып, ғәҙәттәгесә, Сөнғәт ағай Хәмидуллин тауыш бирҙе, 1940 йылғы ул, - ти урындағы һайлау участкаһы рәйесе Гөлфиә Күсәрбаева. Тормошонда беренсе тапҡыр һайлағандар ҙа бар. Гүзәлиә Шәйәхмәтова (фотола) шундайҙарҙың береһе.

Автор:Алия Амирова
Читайте нас: