Бер ваҡыт һунарҙа йөрөгәндә батша үҙенең бармағын өҙә атҡан. Вәзир һәр ваҡыттағыса: “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл дә тик яҡшыға!” – тип әйтеп ҡуйған. Асыуы килгән батша уны төрмәгә яптырған.
Сираттағы һунар мәлендә батшаны ҡырағай кешеләр әсирлеккә алған. Бына уны баҙрап торған усаҡ өҫтөндә ҡурырға йыйынғанда, кеше ашаусылар тотҡондоң бер бармағы юҡлығын күреп ҡалған. Баҡһаң, был ҡәбиләлә зәғиф йәнде ашау харам һанала икән. Шуға батшаны ысҡындырып ебәргәндәр.
Ҡайтып барышлай, батша аҡыллы вәзирен иҫенә төшөрөп, һәр ваҡыттағыса хаҡлы булды бит теге, тип уйлаған һәм төрмәнән сығарырға булған. Тоғро хеҙмәтсеһенән ғәфү итеүен һорағас, уныһы йәнә: “Бөтәһе лә яҡшы! Был хәл дә тик яҡшыға!” – тип әйтеп ҡуйған.
- Төрмәлә ултырыуҙың нимәһе яҡшы инде? – тип аптыраған батша.
- Әгәр төрмәлә ултырмаған булһам, һунарҙа яныңда йөрөр инем һәм ҡырағайҙар мине мотлаҡ ашар ине. Шулай булғас, был хәл яҡшыға булған бит! – тигән вәзир.
Ысынлап та, ниндәй генә хәлдәр булмаһын һәм улар ни тиклем насар, өмөтһөҙ тойолмаһын, ахыр сиктә, барыһы ла яҡшыға, үҫешкә алып килә – йәшәйештең иң мөһим асылдарының береһе шундай.
бӘЙЛӘНЕШТӘ СЕЛТӘРЕНДӘ рӘХИМӘ мУСИНА СӘХИФӘҺЕНӘН.