Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
18 Мая 2024, 04:55

Ә ҺЕҘ КӨНСӨЛ КЕШЕМЕ?

Бер көн эшемә ҡупшы, ҡабарып торған мамыҡ ҡушып бәйләнгән шарф бәйләп килгәйнем. Сатнама һыуыҡ ҡыш айында шул шарфым юғалды ла ҡуйҙы. Теге ҡатын, һин, моғайын, уны ашханала онотоп ҡалдырғанһыңдыр, тип мине ышандырып маташты...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ә ҺЕҘ КӨНСӨЛ КЕШЕМЕ?Ә ҺЕҘ КӨНСӨЛ КЕШЕМЕ?
Ә ҺЕҘ КӨНСӨЛ КЕШЕМЕ?

Көнләшеүҙең насар сифат икәнен барыбыҙ ҙа белә. Тормошта миңә шул кире сифатҡа эйә кешеләрҙе йыш осратырға тура килде. Көнләшеү ике төрлө: аҡ һәм ҡара була, тигән фекерҙәмен. Минеңсә, ағы бөтә кешелә лә булырға тейеш. Ул әҙәм балаһын сәмләнергә, алға барырға әйҙәй, ә бына ҡараһы, киреһенсә, артҡа һөйрәүсе, төрлө насарлыҡ ҡылырға мәжбүр итеүсе сифат.

Алда әйтеүемсә, тормошта үҙемә шундайҙарҙы күп күрергә тура килде. Йәш саҡта бер танышым бар ине. Мин кейәүгә һуң, егерме биште уҙғас ҡына сыҡтым. Аҡсалы урында эшләнем, шуға кейемде лә йыш алмаштырҙым. Шул таныш ҡыҙ өҫтөмдә яңы кейем күрһә, ҡапыл төҫө ҡаса, бер һүҙ әйтмәй, боролоп сығып китә торғайны. Мин ул ваҡытта ҡаланың 6-сы дөйөм ятағында йәшәй инем. Һуңынан яңы әйберҙәремде күрһәтмәҫ булдым.

Эшләгән урында ла шундай бер хеҙмәттәшем бар ине. Ул ҡатын минең ҡул аҫтында эшләне. Минең эш хаҡы уныҡынан күберәк булғанғалыр, көнләшеп, өр-яңы көҙгө пальтомдың кеҫә тирәһен лезвие менән киҫеп ҡуйҙы. Имеш, бурҙар киҫкән.

Бер көн эшемә ҡупшы, ҡабарып торған мамыҡ ҡушып бәйләнгән шарф бәйләп килгәйнем. Обедҡа заводтың ашхананаһына йөрөй торғайныҡ. Сатнама һыуыҡ ҡыш айында шул шарфым юғалды ла ҡуйҙы. Теге ҡатын, һин, моғайын, уны ашханала онотоп ҡалдырғанһыңдыр, тип мине ышандырып маташты. Сумкаһын асып тикшерергә намыҫым ҡушманы.

Дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән мәрйә ҡыҙы: «Мин булһам, сумкаһын асып ҡараған булыр инем. Һинең күпме әйберең, аҡсаң юғалды. Уҫалыраҡ булырға кәрәк», - тине...

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 20-се һанында уҡығыҙ. 

Дания Х.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас