

✓ дәүләт юрисына туранан-тура яҙылаһығыҙ – мутлашыусыларға тарыу ҡурҡынысы юҡ;
✓ яҡындағы дәүләт юридик бюроһын табаһығыҙ;
✓ осрашыу өсөн уңайлы ваҡыт һайлайһығыҙ.
Кем файҙалана ала:
Аҙ килемлеләр, I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, РФ һәм СССР Геройҙары, РФ Хеҙмәт Геройҙары, инвалид балалар, етем балалар һәм уларҙың вәкилдәре, социаль хеҙмәтләндереүсе дәүләт учреждениеларындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, күп балалы һәм ташламаға хаҡлы башҡалар – бушлай юридик ярҙам тураһында законға ярашлы.
Ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Исемлек киң - бына бер нисә миҫал: пенсиялар һәм пособиелар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар, хеҙмәт бәхәстәре, күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр, опека һәм уллыҡҡа алыу, һаулыҡҡа зыянды ҡаплау (шул иҫәптән ғәҙәттән тыш хәлдән һуң) һәм башҡалар.
Сервисҡа һылтанма

Мәғлүмәт кемдәргә ярҙам итә ала – уртаҡлашығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан