Спорт министры урынбаҫары Игорь Ермилов йыйылыусыларҙы республика хөкүмәте исеменән ҡотланы Һәм райондың төрлө проект, программаларҙа әүҙем ҡатнашыуы, спорт объекттары сафҡа индерелеүе, ГТО тапшырыу буйынса ла мәләүездәрҙең маҡтаулы өсөнсө урын биләүе тураһында белдерҙе. “Ҡаһарманлыҡ проекты” программаһы ла махсус хәрби операция ветерандарына реабилитация курсын үтеүгә ҙур ярҙам. Мәләүездә быйыл ГТО тапшырыу буйынса махсус майҙансыҡ булдырыласағы тураһында яҡшы хәбәр менән уртаҡлашып, артабан да спортты үҫтереүҙә уңыштар теләне.
Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин йыл дауамында башҡарылған эштәргә туҡталды. Ул махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә, мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында сығыш яһаны.
Уҙған йыл Башҡортостан Башлығы Гранты буйынса “Ныҡлы иҡтисади үҫеш” номинацияһында республика буйынса беренсе урынға, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге эшенең һөҙөмтәлелеген баһалауҙа ҡала хакимиәте административ үҙәге булған райондар араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Конкуренция үҫеше кимәлендә республикала беҙ дүртенсе. Продукция етештереү, уҙған йыл менән сағыштырғанда, пландан артыҡ. Административ үҙәге ҡала булған 63 муниципалитет араһында беренсе урындабыҙ. Инвестиция йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелә: 2024 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 1,5 тапҡырға үҫкән һәм 2025 йылда 4,4 миллиард тәшкил итте. Һуңғы өс йылда төрлө тармаҡта 60 проект тормошҡа ашырылды. Был эш бөгөн дә дауам итә, алты өҫтөнлөклө проект үҫеш юлында. Шулай уҡ республика инвестиция проекттары исемлегендә тағы ике проектыбыҙ бар.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешә, уларға төрлө ярҙам күрһәтелә. Туризмды үҫтереү буйынса өс эшҡыуар конкурс нигеҙендә 4 миллион 300 мең һум субсидия алды. Шулай уҡ социаль контракт нигеҙендә 36 гражданға адреслы ярҙам күрһәтелде. Ауыл хужалығы тармағы элек-электән республика бураһын тулыландырыуға тос өлөш индерҙе. 2025 йылда етештерелгән тулайым продукция күләме 12 миллиард һум тәшкил итте. Төҙөлөш үҫешә, уҙған йыл 55 квадрат метр торлаҡ сафҡа тапшырылды. Корнеевка ауылында 31 ғаиләгә ер участкаһы бүленде. Әлегә 5 күп балалы ғаилә сиратта тора. Халыҡты социаль яҡлау программаһы сиктәрендә 2025 йылда йәтим балаларға 15 фатир, ошо категория буйынса ике балаға торлаҡ һатып алыуға сертификат, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 31 ер учаскаһы бүленде. Өс йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды.
Районда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм” программалары уңышлы эшләй. Һуңғыһы сиктәрендә төрлө төрлө экскурсия сәйхәттәр ойошторолдо. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамай, эшһеҙлек күрһәткесе түбән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ урындағы үҙидара органдарының төп эш йүнәлештәренең береһе. Һабаш, Томансы ауылдарында, ҡаланың Колхоз, Лазо, Октябрь, Ленин, Лесокомбинат, Төньяҡ, Цюрупа урамдарында, Йәштәр биҫтәһендә юл ремонтланды. Дәүләтҡол ауылында күпер төҙөү дауам итә. Ҡалала “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә “Дан бульвары” паркы төҙөкләндерелде, Ленин урамында йәйәүлеләр өсөн зона булдырылды, паркта архитектура формалары урынлаштырылды.
Күп ҡатлы йорттар стенаһында муралдар барлыҡҡа килеүе лә халыҡҡа оҡшаны. 2025 йылда йорт фасадтарын ремонтлауға 4,5 миллион һум аҡса бүленде. Ҡаланың архитектура йөҙө яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Химиктар аллеяһы, “Йүкәлек сиге” аллеяһы барлыҡҡа килде. ”Спартак” стадионы асылыуы спортҡа ылығыуға, төрлө сара уҙғарыуға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ынтылыш өҫтәй. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереүгә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур иғтибар бүленде. 2025 йылда 8-се мәктәп капиталь ремонттан һуң уҡыусыларҙы ҡабул итте. Предмет кабинеттары заманса ҡоролмалар менән тәьмин ителә, уҡыусыларҙы ташыуға ике автобус бүленде. Балалар туҡланыуы - иғтибар үҙәгендә, Ергән мәктәбендә вариатив туҡланыу индерелде, балаларҙың теләк буйынса ҡайнар аш һайлау мөмкинлеге бар.
Районда 14 йәштән 35 йәшкә тиклем 19 мең егет-ҡыҙ йәшәй, был халыҡтың 25 проценты. Уҙған йылда йәштәр ойошторған 86 сарала алты меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Йыл да биләмәлә илһөйәрлеккә арналған Бөтә Рәсәй “Зарница” хәрби илһөйәрлек сараһы, “Блокада икмәге”, интернационалист һалдаттарҙы иҫкә алыу, Ватанды һаҡлаусылар байрамдарында ла уларҙың ярҙамы ҙур. Студент яҡташтарҙы үҙебеҙгә йәлеп итеү йүнәлешендә төрлө осрашыу үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республика, федераль кимәлдә уҙған сара, онлайн конкурс, күргәҙмә, конценттарҙа ҡатнашты. Биш ауыл клубы, ҡала китапханаһы һәм биш филиалында ремонт уҙҙы. Китапхана фонды 9 мең һумлыҡ яңы китапҡа байыны.
Физкультура һәм спорт үҫешә. Граждандарҙың сәләмәт тормош алып барыуына ҙур иғтибар бүленде. Беҙҙең спортсыларҙың 420-һе спорт разрядына эйә, 12-һе спорт мастерына кандидат, 5-һе беренсе спорт разрядына эйә. Йылдағыса Ауыл спартакиадаһы ойошторолдо. 4648 кеше ГТО нормаһын тапшырҙы. Һаулығы сикләнгәндәр араһында уҙған спорт саралары еңеүселәре төбәк, бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеш юлында. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә районда 7 ФАП асылды. 2025 йылда дауахана 25 кадрға тулыланды, шуларҙың 16-һы йәш белгес.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Үҙәктең төп маҡсаты – МХО яугирҙәрен һәм уларҙың ғаиләләрен социаль ярҙам саралары меннә тьәмин итеү. 2025 йылда социаль координаторҙар 1170 мөрәжәғәт ҡабул иткән. МХО яугирҙәрен реабилитациялау буйынса ҙур эш башҡарылды. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу иғтибар үҙәгендә. Ике ветеранға автомобилде ҡул менән идара итеүгә яраҡлаштырыу маҡсатында “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына ғаризаға ебәрелгән. Уларҙы эшкә урынлаштырыу, уҡытыу буйынса эш дауам итә. Бөгөн “Работа России” кадрҙар үҙәгендә алты яугир иҫәптә тора. Махсус хәрби операция биләмәһендә улдарын юғалтҡан яугир әсәләре менән аралашыу, һөйләшеү изге йолаға әүерелде. Уларҙың проблемаларын, һорауын бергәләп хәл итергә тырышабыҙ”,-тине Зәбир Таһирйән улы.
Сығышынан һуң район етәксеһе башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына, коллективтарға Рәхмәт хаты, Маҡтау грамоталары тапшырҙы.