Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
5 Марта , 12:00

450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған

«Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты Һаҡлау» проекты ярҙамында Башҡортостанда 490 граммлыҡ сабый имен-аман ҡалған. Өфөнөң ҡала клиник перинаталь үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙа плацентаның киҫкен ваҡытынан алда айырылыуы һәм ғүмергә хәүеф янауы сәбәпле ашығыс кесарево операцияһы үткәрелә. Яңы тыуған сабыйҙың хәле бик ауыр һәм тотороҡһоҙ була.

450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған
450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған

Уның хәлен тотороҡландырыу өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлегендә медицина персоналы тарафынан бөтә кәрәкле терапия  үткәрелә.  Шулай уҡ ваҡытынан алда тыуған балаларҙың айырым ауырыуҙары үҫешен иҫкәртеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

 Бөтә үткәрелгән саралар арҡаһында балала ыңғай динамика күҙәтелә - ул үҙаллы тын алырға өйрәнгән һәм 1600 грамм ауырлыҡта. Хәҙер ул артабан реабилитация үткәреү өсөн Өфөнөң 17-се ҡала клиник дауаханаһы  белгестәренә күсерелгән.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған
450 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас