Үҙ хоҡуғыңды беләһеңме?
-Евгения Игоревна, 15 мартта билдәләнгән Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғы көнөнөң быйылғы девизы ниндәй?Сираттағыһы «Хәүефһеҙ тауар, ышаныслы ҡулланыусы» девизы аҫтында үтә. Тема осраҡлы һайланмаған, йылдан-йыл ҡулланыусыға яңы хеҙмәт тәҡдим ителә, шуларҙың береһе - тауарҙы онлайн һатыу. Был осраҡта продукция хәүефһеҙлеге, сифаты иғтибар үҙәгендә ҡала.
- Был мөһим дата ҡасандан башлап билдәләнә?
- Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө 1962 йылдан билдәләнә һәм уларҙың хоҡуғын рәсмиләштереүҙә төп роль уйнай. Бөгөн был исемлек күпкә артты, терминдар үҙгәртелде. Цифрлаштырыу, маркетплейс һәм онлайн-кредитлау осоронда беҙҙең хоҡуҡты яҡлау юридик формаллек түгел, ә көнүҙәк ихтыяжға әүерелде. Бөгөн «хәүефһеҙ тауар» нимәне аңлата? Беренсе сиратта, электрониканың ышаныслы предприятела етештерелеүе, техник регламенттарға тап килеүе, дөрөҫ маркировкаланыуы һәм кәштәлә контрафакт продукция булмауы. Шунлыҡтан йыл темаһы беҙҙе тауарға нығыраҡ иғтибарлы булырға саҡыра. Ҡлланыусы продукцияның составы менән танышырға, сертификаты булыу-булмауын тикшерергә һәм һатыусынан сифатты раҫлаусы документ талап итергә хоҡуҡлы. Ҡулланыусы хәүефһеҙлеген Роспотребнадзор идаралығы белгестәре контролдә тота. Улар сауҙа нөктәләренә, магазин кәштәләренә һәм онлайн-майҙансыҡтарға нимә сығарылыуын даими күҙәтә.
- Һатып алыусы өсөн иҫкәртмәлар бармы?
- Әлбиттә! Ҡулланыусы хоҡуғын яҡлау белгестәре бер нисә ябай ҡағиҙә тәҡдим итә. Мәҫәлән: 14 көнлөк ҡағиҙә. Һеҙ дистанцион (интернет аша) һатып алған тауарҙы 7 көн эсендә кире ҡайтара алаһығыҙ. Магазиндан һатып алғанда формаһы, фасоны, төҫө йәки размеры тура килмәһә кире тапшыра алаһығыҙ. Әммә уның тауар теүәллеге (төргәге, ҡумтаһы) һаҡланған булырға тейеш. Яңы һатып алынған телефон йәки саң һурғыс ватылһа, ремонтҡа алып барырға ашыҡмағыҙ. Һатыусынан гарантиялы ремонт талап итегеҙ.
Һатып алған тауарға чекты юғалтҡанға ҡайғырмағыҙ.
Был осраҡта шаһиттар күрһәтмәһенә йәки банк картаһынан түләнгән отчетҡа һылтана алаһығыҙ. Хоҡуғығыҙ боҙолһа, дәғүә яҙығыҙ. Һатыусы уны ҡабул итеүҙән баш тартһа – тикшереүсе органдарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Бөтә донъя ҡулланыусы хоҡуғын яҡлау көнө – хоҡуҡтарҙы иҫкә төшөрөү генә түгел, ә иҡтисадтағы урыныбыҙҙы хәстәрләү һәм нығытыу. Һатып алынған тауарҙың сифаты киләсәктә баҙарҙың ниндәй буласағы өсөн алдан тауыш биреү тип ҡабул ителә. Ҡулланыусы талапҡа яуап биргән тауарҙы һайлап, етештереүселәргә артабан үҫергә, продукция сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Рәсәй Федерацияһының Роспотребнадзор идаралығының виртуаль ҡабул итеү сайты: https://zpp.rospotrebnadzor.ru
Шулай уҡ БР ФБУЗ “Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Кумертау филиалына:
Телефон: +7 (34761) 4-38-85, 4-25-72
Электрон почта: fguz_kum73@mail.ru
Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәге 8-800-555-49-43
БР буйынса Роспотребнадзорҙың ҡыҙыу линияһы 8-800-77-50-170 Тәүлек әйләнәһенә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне.