Көнгәк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 15:00

Ете миллион һум аҡса отҡан һәм ипотекаһын япҡан

Башҡортостанда йәшәгән бер ир-егеттең отошо 7,1 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр лотерея үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.      

Ете миллион һум аҡса отҡан һәм ипотекаһын япҡан
Ете миллион һум аҡса отҡан һәм ипотекаһын япҡан

Уның һөйләүенсә, билетты  үткән отоштарҙан алынған аҡсаға һатып алған. Үҙе  лә һайламаған, ә һатыусынан осраҡлы һайлауҙы һораған. Үҙе сайтта һәм лояллек программаһында теркәлмәгәнлектән, ағаһының телефон номерын әйткән. Шуға күрә уға еңеү тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе туғаны еткергән.

Ир Өфөлә икмәк-булка изделиелары етештереүҙә оператор булып эшләй. Буш ваҡытта ул баҡса менән шөғөлләнә һәм балыҡ тоторға йөрөй. Еңеүсе еңеүҙе ипотеканы һәм кредиттарҙы ҡаплауға тотона. Ә ҡалған аҡсаға бәхетле сәйәхәткә сығырға теләй. 

Ете миллион һум аҡса отҡан һәм ипотекаһын япҡан
Ете миллион һум аҡса отҡан һәм ипотекаһын япҡан
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас