«Көслө агросәнәгат комплексы – ул беҙҙең республикада ысын мәғәнәһендә ғорурланырлык тармаҡ. Халыҡтың 40 процентҡа яҡыны ауыл ерендә йәшәй. Бында агросәнәгат комплексы иҡтисад үҫешенең этәрәргесе булып тора. Төбәктә авыл хуҗалығы техникаһы паркын яңыртыуғаа айырым иғтибар бирәбеҙ. Яңы алымдар, заманса технология менән үҫемлекселек һәм малсылык тармағын үҫтерәбеҙ». Башҡортстан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
2002 йылдан Аптраҡ ауылында фермерлыҡ менән шөғөлләнгән “Мәсәғүтов” хужалығында бөгөн бөтә төр техника төҙөк, был йүнәлештә аграрийҙар ҙур эш башҡарҙы.
- Сәсеү кампанияһында ҡулланыласаҡ агрегаттарға айырым иғтибар бүленде, эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуы уларҙың төҙөклөгөнә бәйле, - ти хужалыҡ етәксеһе Әҡсән Мәсәғүтов. Игенселек йүнәлешендә тәжрибә туплаған Әҡсән Рәшит улы сираттағы миҙгелде лә ныҡлы әҙерлек менән башланы. Баҫыу эштәренең һәр этабы ентекле планлаштырылған. 1,5 мең гектарҙы биләгән майҙанды башлыса иген культуралары, көнбағыш, ҡарабойҙай биләйәсәк.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында үҫемлекселек продукцияһы индексы 116,2% тәшкил итте. Еңел булмаған һауа торошона ҡарамаҫтан, аграрийҙар 3,8 миллион тонна иген йыйҙы. Майлы культуралар етештереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшелде – 1 миллион тонна. Шулай уҡ шәкәр сейылының рекордлы уңышына өлгәшелде – 484 ц/га, бөтәһе 2,1 миллион тонна тирәһе тамырлы культуралар йыйылды.
Үҫемлекселекте үҫтереүҙә мөһим фактор булып минераль ашламалар ҡулланыуҙы арттырыу тора. 2025 йылда минераль ашламалар тупланыуы алдағы йыл кимәлендә ҡалды һәм республика буйынса уртаса 1 га сәсеү майҙанына 29,5 кг эшсән матдә индерелде.
Регионда ҡулланылмаған ауыл хужалығы ерҙәрен әйләнешкә индереү эше дауам итә. Үткән йылда 33 мең гектарҙан ашыу ҡулланылмаған һөрөнтө ер ауыл хужалығы әйләнешкә индерелде.
Бында орлоҡ инспекцияһында тикшерелгән сәсеү материалы ғына ҡулланыла, таҙалыҡ күрһәткесе юғары булған иң яҡшы өлгөләр ентекләп һайлап ҡалдырылһа ла, фермер Төмән өлкәһенән 20 тонна “супер элиталы” бойҙай орлоғона заказ биргән. Шулай уҡ Әбйәлил районындағы орлоҡсолоҡ хужалығынан 25 тонна арпа ҡайтарылған. Был – киләсәктә юғары уңыш нигеҙе. Сәсеү схемаһы төҙөлгән, ашлама индереү, культураларҙы алмашлап сәсеү планлаштырылған. 60 тонна аммиак селитраһы һәм 10 тонна ҡатмарлы ашлама тупланған. Бында ла техник модернизациялау дауам итә.
Тармаҡты үҫтереүҙә техника һәм технологияларҙы модернизациялау ҙур роль уйнай. 2025 йылда 12 миллиард һумдан ашыу суммаға 2,2 мең берәмек юғары етештереүсәнлекле техника һатып алынған. 2020 йылдан алып республика аграрийҙары 79 миллиард һумлыҡ 20 меңдән ашыу яңы техника һәм ҡорамал һатып алды. Һөҙөмтәлә иген йыйыу комбайнына йөкләнеш 430 гектарға тиклем кәмене, 2030 йылға ҡарата был күрһәткесте 350 га тиклем еткереү бурысы ҡуйылған.
Яҙғы-йәйге баҫыу эштәре миҙгеленә етерлек яғыулыҡ-майлау материалы ла алдан тупланған. Бында машина-трактор паркы яңыртыла. Ике йыл элек “Акрос” комбайны алынһа, уҙған йыл хужалыҡ “Агро-16” иген киптергесенә тулыланған, уны сафҡа индереү өсөн газға тоташтырыу буйынса документ әҙерләнә. Ҡоролма аграрийҙар өсөн мөһим, сөнки һатыуға һәм һаҡлауға һалынған орлоҡтоң сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Үҙ эшен яҡшы белгән, тыуған яғына тоғро Радик Ишкинин, Рәмил Хөснөтдинов, Әмир Шәрипов, Ришат Мәсәғүтов, Нияз Мәсәғүтов һәм Айнур Үлмәҫбаев - универсал белгестәр. Ер кибеп, тупраҡ йылыныу менән Радик Ишкинин менән Рәмил Хөснөтдинов ДжонДир комплексында сәсеүгә төшә, уның артынан дым ҡаплатыу башланасаҡ. Орлоҡ һәм ашламаны һаҡлауға биналар әҙерләү ҙә мөһим. “Уңыш серен тыуған тупраҡҡа тамған тир һәм ныҡышмалылыҡта күрәбеҙ”, - ти егеттәр. Был һүҙҙәр менән бәхәсләшеү мөмкин түгел.
Бына шундай изге ниәт, юғары уңышҡа өмөт итеп йәшәй һәм эшләй фермер хужалығы хеҙмәтсәндәре һәм район һабантуйын яҡшы кәйефтә ҡаршылай.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.