Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Июля , 07:00

Йылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәм

Кәштә артында ниҙәр бар?

Йылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәмЙылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәм
Йылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәм

Сауҙа илдең иҡтисади һәм сәйәси тормошонда мөһим урын биләй. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫешенә бәйле, һатыусы  киң таралған һәм талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһенә әйләнде. Тармаҡ  һалым кеременең ҙур өлөшөн тәьмин итә, яңы эш урындары булдыра. Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең эшһөйәрлеге мөһим социаль бурыстарҙың береһе - халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүгә  йүнәлтелгән. Инновацион алымдарҙы иң яҡшы традициялар менән оҫта берләштереү заман табы.

Миәкә районы Исламғол ауылында тыуып-үҫкән Әҡлимә Әхмәтйәнованың тармаҡта хеҙмәт стажы 39 йыл. Махсус белемле алғас, тормош иптәше Миңлерәхим Миңнулла улы менән киләсәктә ҡала үҫешенә тос өлөш индерәсәк ҡеүәтле предприятиелар үҫешенә бәйле йәштәрҙе үҙенә туплаған Мәләүезгә күсеп килә. Уларҙың  тормошо, хеҙмәте ҡала тарихы  менән айырылғыһыҙ бәйле.

Әҡлимә Миңлейәр ҡыҙы элекке “Коопмаг”, “Горторг”, “Ветеран” магазиндарында, “Южный” базаларында эшләй.  Тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр күп йылдар сауҙа нөктәләрендә йәштәрҙе эш тәжрибәһенә өйрәтә. Нисә йылдар үтһә лә, бөгөн күптәр остазына рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Етәкселек традицион алымдарҙы  инновацион яҡтан үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙе  ябай һатыусынан магазин етәксеһе вазифаһына тиклем үрләтә. 

  • Бөгөн техника үҫешенә бәйле, һандар һәм продукция, ассортимент исемлеге компьтерҙа һаҡлана. Заман ҡанундарына ярашлы, магазин форматтары үҙгәрҙе, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү кассалары һәм электрон хаҡтар барлыҡҡа килде.  Отчет та еңел тапшырыла, элекке һымаҡ ҡағыҙға яҙып, ҡулдан таблица төҙөү мөһимлеге юҡ, тик бер талап йылдар буйына үҙгәрмәй. Был - һатып алыусыларға йылы мөнәсәбәт, ихтирам, - ти Әҡлимә апай.

2011 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, кеше менән аралашыу  етмәгәнлеген тойған Әҡлимә Миңлейәр ҡыҙы  яңынан Октябрьский һәм Смоленский урамы киҫелешендә урынлашҡан “Мәләүезхлеб” йәмғиәтенә эшкә сыға. Был районда сауҙа нөктәләре күп булһа ла, һатып алыусылар  үҙҙәрен ихлас хеҙмәтләндергән Әҡлимә апайға өҫтөнлөк бирә.  Күптәрҙең күңелен тормош тәжрибәһенән сығып, һүҙ ярҙамы менән күтәрергә, тынысландырырға тура килгәнен йәшермәй ул.

Яратҡан ҡатын, ике ҡыҙына өлгөлө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй ҙә ул. Стәрлебаш районы егете Миңлерәхим Миңнулла улы менән ҡорған ғаиләләрендә татыулыҡ, ихтирам хөкөм һөрә. Ғүмер буйы ҡаланың торлаҡ-коммуналь тармағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан иптәше - ҡул оҫтаһы. Ике ҡыҙҙарын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләгән Әхмәтйәновтар,  Эльвира ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ресторан хеҙмәткәре, ә Альбина бала саҡта әсәһенең эш процесын күҙәтергә, тауарҙар теҙергә ярҙам итергә яратҡан. Шунлыҡтан үҙе лә  һатыусы һөнәрен үҙләштергән, әлегә декрет ялында.

Бөгөн “Мәләүезхлеб” сауҙа нөктәһе ҡулланыусыларға бай ассортимент  тәҡдим итә,128 төр икмәк-булка изделиеларҙан тыш, әллә нисә төр пряник- печенье,  егерме тиҫтәнән ашыу ярма төрҙәре һатыла.

Яҡташыбыҙҙың оҙайлы хеҙмәте район етәкселеге тарафынан төрлө йылдарҙа Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнгән. Әҡлимә апайҙың кәштә артындағы йылмайыуын күргән һатып алыусы ла яуапҡа йылмайыу менән яуап бирә.

 Район-ҡала сауҙа өлкәһендә эшләгән яҡташтарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, уңыш теләйбеҙ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Йылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәм
Йылмайыуға йылмайыу менән яуап бирәм
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас