

Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә урынлашҡан 2584-се һайлау участкаһында күсмә һайлау комиссияһы ағзалары алдан ғариза биреүселәр, йәки шылтыратып әйтеүселәр, шул иҫәптән оло йәштәгеләр, сирлеләрҙе өйҙәренә барып һайлатты. “91 йәшлек Рауил Баязитов хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә уҡытыусы булып балаларға белем бирҙе. Ул да өйөнә саҡырҙы, беҙгә уңыштар теләп ҡалды”, - ти һайлау комиссия ағзаһы Гөлсирә Ишһарина.#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026